Батыр тураһындағы иҫтәлек мәңгелеккә кешеләр күңелендә ҡалыр. Уға нибары 31 яшь иде… Данил Венер улы Украина территорияһында барған махсус операция ваҡытында һәләҡ булды. Ҡыюлығы өсөн вафатынан һуң Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнде. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының фән һәм юғары белем биреү бүлеге начальнигы И.Т.Митянина, Саҡмағош районы хәрби комиссары А.Х.Хәбиров ҡатнашты. Улар бөтә яҡташтар өсөн үрнәк булған ҡаһарман райондашыбыҙ тураһында һөйләне. Хәрби хеҙмәттең үтә лә ҡырыс шарттарында, туған ерҙән алыҫта, ул хәрби антҡа, һуғышсан һәм кешелек бурысына ахырғаса тоғро ҡалды. Таҡтаташ асыу тантанаһында Данил Венер улының әсәһе, ғүмер юлдашы, туғандары һәм яҡындары, дуҫтары, һабаҡташтары һәм ошо уҡыу йортонда белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусылары, Саҡмағош гимназияһының Шайморатов классы уҡыусылары, волонтерҙар да ҡатнашты. Улар Данил Венер улы тураһындағы истәлектәре менән уртаҡлашты. Район мәҙәният йорто хеҙмәткәрҙәре патриотик һәм Ватан, туған ер тураһындағы йырҙар башҡарҙы. Реализация государственной национальной политики РФ в РБ