САРМАНАЙ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2022, 15:45

Йәйҙең иң сағыу төҫтәре менән балҡыны

25 августа Саҡмағош район мәҙәниәт йорто ҡаршындағы майҙанда ысын мәғнәһендә йәйҙең иң гүҙәл байрамы – сәскәләр фестивале үтте.

Йәйҙең иң сағыу төҫтәре менән балҡыны
Йәйҙең иң сағыу төҫтәре менән балҡыны

“Ер сәскәләр менән йылмая” тип исемләнгән был күркәм сарала райондың бөтә ауыл биләмәләре һәм белем биреү учреждениелары коллективтары ҡатнашты. Ҡояш нурҙарынан көс туплап, уңған хужабикәләрҙең күңел гүзәллеген үҙҙәренә алған ерҙең иң күркәм бизәктәренән, туған яғыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәрҙән, баҡсаларҙа өлгөргән мул уңыштан төҙөлгән композицияларҙың ҡабатланмаҫ матурлығыннан, сағыу төҫтәренән был сәғәттәрҙә хатта йомарт йәй үҙе лә көнләшкәндер, моғайын. Тематик төрлөлөгө һәм композицияларҙың тәрән йөкмәтке-мәғнәгә эйә булыуы бер һоҡландырһа, үҙ ижат емештәрен йыр-моңдар, шиғри юлдар менән биҙәп тәҡдим иткән һәр биләмәнең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп коллективтары райондаштарға ла, был көндө район педагогтарының август кәңәшмәһендә ҡатнашкан башҡала ҡунаҡтарына ла ысын мәғнәһендә байрам миҙгелдәре бүләк итеүе дә күңелдәргә һөйөнөс өҫтәне, туған яғыбыҙҙың иң гүҙәл һәм йомарт, уңдырышлы ер булыуына сираттағы тапҡыр инандырҙы.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: