Август кәңәшмәһе үтте 17 августа Саҡмағош районы педагогтарының август кәңәшмәһе башланды. 17-18 август көндәрендә улар секцияларға бүленеп эшләнеләр. 23 секция эшсәнлегендә район мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында хеҙмәт һалыусы 444 педагог ҡатнашты. Был ултырыштарҙа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. 25 августта иһә район мәҙәниәт йортында август кәңәшмәһенең пленар ултырышы булды. Уның эшсәнлегендә муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берләшмәләр менән бәйләнештәр идаралығы начальнигы Ю.А.Коземаслов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм табиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Р.А.Шаһапова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты И.М.Усманов, республиканың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайның Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәҙәре ҡаршындағы демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә буйынса комиссияһы ағзаһы М.М.Зәйнетдинов, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлегенә күҙәтселек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Туймаҙы, Баҡалы, Саҡмағош һәм Шаран райондарындағы территориаль бүлеге начальнигы урынбаҫары Р.Г.Әхмәдишина, Саҡмағош районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы В.В.Уваров, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С.Ф.Шакирова, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Р.З.Балягова, район мәғариф учреждениелары етәкселәре, уларҙың урынбаҫарҙары, педагогтар, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, район ойошма-предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.