САРМАНАЙ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2022, 15:55

Ҡаһарманға арнап

Билдәле булуынса, был көндәрҙә Башҡортостанда Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе командиры, генерал-майор М.М.Шайморатовтың тыууына 123 йыл тулыуға арналған күп һанлы саралар үтә.

Ҡаһарманға арнап
Ҡаһарманға арнап

Ошо айҡанлы һәм республикала иғлан ителгән “Шайморатовсылар” музей акцияһы сиктәрендә Саҡмағош тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостандың данлы улы – Шайморатов” тип исемләнгән дәрес ойошторҙо. Сараға район үҙәгенең “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре саҡырылды. Дәрес барышында балаларҙы ҡаһармандың тормош һәм хәрби юлы менән таныштырҙылар, бында М.М.Шайморатовҡа бағышлап йыһаҙланган экспозиция һәм музей экспонаттары менән таныштырҙылар. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: