САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2022, 11:00

Маҡсатлы эш – отошло

«Ағиҙел» йәмғиәте бөгөнгө көндә малсылыҡ продукцияһы етештереүгә ҙур өлөшөн индерә. Сүлте һөтсөлөк фермаһы янында урынлашҡан йәйләүҙә 312 баш һыйыр аҫырала.

Маҡсатлы эш – отошло
Маҡсатлы эш – отошло

Ете айҙа тулай һауын 7015 центнер булып, уртаса һәр ҙыйырға 10,6 кг продукция тура килә. Рационды баланслап ашатыу, малдарҙы яҡшы микроклимат шарттарында тәрбиәләү, аҙыҡ өҫтәмәләре ҡулланыу, һауын технологияһын теүәл үтәү һөҙөмтәһендә яҡшы һауынға ирешелә бында. Һөттөң күләменә генә түгел, уның сыйфатына ла ныҡлы иғтибар йүнәлтелә.

Автор:
Читайте нас: