САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Август 2022, 11:10

Изге күңеллеләр бар әле

Район үҙәгендә шәхси эшҡыуар Ришат Гәрәев күптән түгел генә Әхмәт ауылында ғүмер итеүсе Алһыу Абдуллина ғаиләһенә бер прицеп утын бүләк итте. Көтөлмәгән ярҙам алыуҙан хужабикә үҙенең тулҡынланыуын йәшерә алманы, күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре тамды.

Изге күңеллеләр бар әле
Изге күңеллеләр бар әле

Р. Гәрәев йыл һайын ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй. Үҙенән артҡанын (инде нисәнсе тапҡыр) күп балалы ғаиләләргә өләшә. Был юлы ла иғәнәсе, традициянан тайпылмайынса, сираттағы тапҡыр күп балалы ғаиләне һөйөндөрҙө.

Быға ҡәҙәр Абдуллиндар ғаиләһе шәхси йорттарында ғүмер кисергән. Әммә янғын сығып, уны һаҡлап ҡала алмағандар. Ауыл Советы бүлгән кескәй генә торлаҡ утын яғып йылытыла. Алһыу өс баланы янғыҙы ғына үҫтерә. Өлкәне Арсен – әсәһенећ төп ярҙамсыһы, ҡыҙҙары Ариэлла һәм Артемида быйыл мәктәпкә төшәсәктәр.

Тормош һынауҙары кисерергә тура килгәндә, йәнәшәлә асыҡ, кеше бђхетһеҙлегенә битараф ҡала алмағандар булыуы һөйөндөрә. Сөнки донъяла Ришат Гәрәев кеүек изге күнеллеләр бар әле. 

Автор:А.Ф€ХРИЕВА.
Читайте нас: