САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2022, 16:25

Беҙгә яҙалар

Бер осрашыу –  үҙе бер ғүмер

Беҙгә яҙалар
Беҙгә яҙалар

Йәйҙең иң матурмәле – июль айының һуңғы көнөндә Һеңрән һигеҙ йыллыҡ мәктәбен 50 йыл элек тамамлаған уҡыусылар осрашыуға йыйылды.

Тыуған яҡ, тәпәй баҫып киткән тыуған ер, күңелле бала саҡ, мәктәп йылдары хәтирәләре, класташтар... Былар барыһы да кеше ғүмерендә онотолмаҫлыҡ миҙгелдәр булып һаҡлана. Өҫтәүенә, өлкәнәйә барған һайын, һағыныу хистәре көсәйә. Тап ошо хистәр 50 йылдан һуңғы осрашыуҙы үткәреүгә этәргес булды ла инде.

Сәстәренә сал кергән олоғайған ир-егеттәребеҙ, әллә ҡасан уҡ өләсәйгә әйләнгән ҡыҙҙарыбыҙ – минең ҡәҙерле класташтарым ашҡынып осрашыуға йыйылды.

Һабаҡташтар менән көнө буйы бергә булһаҡ та, һағыныу хистәре баҫылманы. Бергә башҡарған йырҙар, бейеүҙәр, иҫтәлектәр күңел хәтирәләрендә оҙаҡ һаҡланыр, фотоһүрәттәр был көндө иҫкә төшөрөргә ярҙам итәр.

 

Автор:Мәғәфиә Ҡаҙырова. Һеңрән ауылы.
Читайте нас: