САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2022, 14:20

Балҡып торған баҡса хужаһы

Һәр йорттоң биҙәге – уның баҡсаһы икәне барыбыҙға ла билдәле. Баҡсаны  матурлыҡҡа сорнап, гүзәллек әйләнәһендә йәшәйем тиһәң, йорт янында түҙемлек һәм фантазия талап иткән ер эштәре алдында тора. Эстетик ләззәт алыу өсөн бар  уй-теләктәреңде тормошҡа ашырыу кәрәк.

Балҡып торған баҡса хужаһы
Балҡып торған баҡса хужаһы

 

Район үҙәгенән Миләүшә Рамазанованы балҡып торған баҡса хужаһы тип тулыһынса әйтеп була. Был хужабикәнең ихатаһында ниндәй генә сәскәләр юҡ!  Бер йыллығы тиһенме, күп йыллығымы... Ин ябайынан башлап экзотик төрөнә тиклем был гүзәллек уларҙы иртә яҙҙан көҙҙөң һуңғы көндәренәсә шатландыра. Әйткәндәй, гөлдәр батшабикәһе булған роза  – Миләүшәнең  иң яратҡаны. Шунын өсөн улар йортто тирәләп шаулап сәскә атып ултыра.

-Ҡайһы сәскә нығыраҡ оҡшағанын да әйтә алмайым, һәр ҡайһыһы үҙенсә матур. Айырыуса миңә әсәйемдең яратҡан сәскәләре  – мальвалар яҡын,– ти ул.

Хужабикәнең әйтеүенсә, һәр сәскә шәхсән көндәлек хеҙмәт талап итә. Уларҙы күңел биреп, мөхәббәт һирпеп үҫтергәндә генә улар һиңә уртаҡлыҡ менән яуап бирәләр.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: