САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
21 Июля 2022, 05:33

Эштә лә, байрамда ла берҙәмдәр

Бәрҙәсле лә “Атайсал” проекты сиктәрендә ауылдаштар осрашыуы үтте 

Добавить в предпочтительные источники Google
Эштә лә, байрамда ла берҙәмдәрЭштә лә, байрамда ла берҙәмдәр
Эштә лә, байрамда ла берҙәмдәр

Районыбыҙҙың Бәрҙәсле ауылында йәшәүселәр «Моңдар ҡайтһын ауылға» байрамын киң ҡолас менән билдәләп үттеләр. Тейешле сәғәткә халыҡ сараны үткәреү урынына йыйылды. Үҙе лә ошо ауылда тыуып үҫкән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова яҡташтарына сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Сараны ойоштороусолар бай йөкмәткеле, бик матур сценарий әзерләнеләр. Мәҙәниәт һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмәләр ойошторҙолар. Бәрҙәслеләрҙең байрамға күмәк, берҙәм булып килеүҙәре һоландырҙы. Улар хатта үҙҙәре алып килгән төрле тәм-томдарҙан, ҡамыр аштары, бәлештәрҙән һығылып торған табын да ойошторҙолар. Был сара дуҫ-туғандарға көтөп алынған осрашыу бүләк итте, яҡшы кәйеф менән билдәләп үтелде. Ауылда талантлы кешеләр, бейеүселәр, йырсылар йәшәй. Элек-электән гармунсылар, баянсыларға ла бай булды ул. Был көндө лә гармун һәм йыр төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр кешеләрен берләштерҙе. Ауылдаштар ваҡытты күңелле итеп үткәрҙе, байрам бик матур булды!

Автор:Лида Шәйәхмәтова, Аблай мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Читайте нас