САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
9 Июля 2022, 08:50

Йәштәр байрам көндө ғаиләле булды

Билдәле булуынса, кисә илебеҙҙә тәүге тапҡыр рәсми рәүештә дәүләт кимәлендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үткәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр байрам көндө ғаиләле булдыЙәштәр байрам көндө ғаиләле булды
Йәштәр байрам көндө ғаиләле булды

15 ел дауамында билдәләнгән, ғаилә ҡиммәттәрен даунлаусы был көн – иң яҡты, йылы байрамдарҙын береһе. Ошо уңайҙан беҙҙең Саҡмағош районында ла байтаҡ саралар үткәрелде. Тап ошо көндө районыбыҙҙа ике яңы ғаилә барлыкка килде. Йомаш ауылынан Дмитрий Степанов менән Анжела Макарова, Тамьян егете Булат Мәхмүтйәнов менән Яңы Балтас гүзәле Диана Алоян ғүмер суҡмаҡтарын уртаҡ итеп, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ҙур тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоноп атлап китте. Йәштәрҙе ихлас тәбрикләп, бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегез бәхетле, мөхәббәтле булһын тип теләйбеҙ. Әйткәндәй, йыл башынан алып районыбыҙҙа 56 йәш ғаилә ҡоролған.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас