САРМАНАЙ
+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
6 Июля 2022, 07:15

Янғындарҙы киҫәтеү еңелрәк

Саҡмағош районында янғындарға ҡаршы профилактика-киҫәтеү эшсәнлеге даими алып барыла.

Янғындарҙы киҫәтеү еңелрәкЯнғындарҙы киҫәтеү еңелрәк
Янғындарҙы киҫәтеү еңелрәк

 Махсус хеҙмәттәр белгестәре йорттарға сығып, халыҡ менән әңғәмәләшә, хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен аңлата, электр линияләре, газүткәргестәрҙең төҙөклөгөн тикшерә.
Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының янғындарҙы киҫәтеү инструкторы Винер Ғаязов Ҡалмашбаш ауылында профилактик тикшереү үткәреп, йорттарға барған.
Рейд барышында «Суғыш осоро балалары» категорияһына инеүсе бер кешенең йортына янғын сығыу тураһында иҫкәртә торған йыһаз (пожарный извещатель) көйләнгән. Шулай уҡ 55 йәштән өлкән булған яңғыҙ йәшәүсе граждандарҙың һәм социаль яҡтан хәүефлеләр исемлегендә булған ғаиләләрҙең йорттарындағы бындай йыһазҙарҙың төҙөклөгө тикшерелгән.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Ҡалмабаш ауыл биләмәһенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сайты.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас