+9 °С
Облачно


Унда ошо мәктәптә белем алыусы 200ҙән ашыу уҡыусы йәйге каникул көндәрен мауыҡтырғыс һәм бай йөкмәткеле итеп үткәрәсәк. Бында һәр көн айырым тематикаға арнап, балалар өсөн ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итеп ойошторола.
Лагерь эшсәнлегенең тәүге көнөндә үк мәктәп базаһында «Йәшел патруль» йәйге хезмәт һәм ял лагеры ла эшләй башланы. Унда урта һәм өлкән синыф уҡыусылары йөрөйәсәк.
Йәйге каникулдарҙа балалар ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып ҡына ҡалмай, күп төрлө ҡыҙыҡлы тәьсораттарға ла эйә буласаҡ, ижади һәм аң-белем сәләттәрен дә үҫтерәсәк.