

Был сара аборттарҙы киҫәтеүгә генә юнәлтелмәй, тәү сиратта йәштәрҙе йөклөлөкте дөрөҫ планлаштырырға өйрәтеү маҡсаты менән ойошторола. Быйыл ул 1 июлҙән 9 июлгә ҡәҙәр дауам итә.
Ошо уңайҙан акцияның тәүге көнөндә Саҡмағош район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында буласаҡ әсәйҙәр һәм яҡын киләсәктә яңы ғүмер бүләк итергә планлаштырған гүзәл заттар өсөн “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Улар алдында сығыш яһап, табибтар һәм райондың ғаилә хеҙмәте белгестәре аборттарҙың ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлегенә һалған зыяны тураһында аныҡлап аңлаттылар, уларҙың ниндәй аяныслы һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин булыуын үҙ хеҙмәт тәжрибәләрендә осраған миҫалдарға һәм рәсми статистика һандарына нигеҙләнеп һөйләнеләр.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош район үҙәк дауаханаһы сайты.