САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
29 Июня 2022, 10:15

Яңы пляж буласаҡ

Саҡмағошта пляж асыласаҡ! Уны булдыруға әҙерлек эштәре үткән йылдан уҡ башланып, район үҙәгендәге быуа ярының өҫлөгө тигеҙләнгәйне. Үткәрелгән лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙәмтәләре һыуҙың һәм тупраҡтың бөтә саниниатр-эпидемиологик талаптарға тура килеүен раҫланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы пляж буласаҡЯңы пляж буласаҡ
Яңы пляж буласаҡ

Саҡмағошта пляж асыласаҡ! Уны булдыруға әҙерлек эштәре үткән йылдан уҡ башланып, район үҙәгендәге быуа ярының өҫлөгө тигеҙләнгәйне. Үткәрелгән лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙәмтәләре һыуҙың һәм тупраҡтың бөтә саниниатр-эпидемиологик талаптарға тура килеүен раҫланы. Шулай уҡ водолаздар ярҙамында быуаның төбө тикшерелде, ҡом һалып нигеҙ әҙерләнде.
Әлеге ваҡытта пляж территорияһы әйләндереп алынып, тейешле ҡотҡарыу йыһаҙҙары һатып алынған. Бында кейем алмаштырыу өсөн кабинка, душ һәм бәҙрәфтәр урнаштырыласаҡ. Һыу ҡойонорға килеүселәргә туңдырма һәм квас тәҡдим ителәсәк тип күҙаллана.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: муниципаль район хакимиәте сайты.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас