

Реканс Фәнил улы үз сығышында: “Рапат ауылында бик тырыш, эшсән кешеләр йәшәй. “Марат ҡойоһо”н төҙөкләндереүгә ярҙам иткән бөтәһенә лә ихлас рәхмәттәремде еткерәм. Ошондай яҡташтарыбыҙ булғанда, районыбыҙ ҙа гөрләп йәшәйсәк һәм сәскә атасаҡ”, – тип билдәләне һәм айырыуса ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. “Мин бөгөн бөтә күңелем менән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм”, – тине бик күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, баласаҡтан уҡ таныш булған ҡоҙоҡто яңынан тергеҙеүҙе башлап йөрөгән Марат Миңнехан улы Ильясов, тантанала ҡатнашыусылар менән шатлығын уртаҡлашып. Шуға ла ҡойоға тап уның исеме бирелеүе һис осраҡлы түгел. Ауыл аҡсаҡалы Марат Мөхәррәм улы Ғиләжев Рапаттың ошо ҡоҙоҡ урынлашҡан “Нәжметдин” урамы һәм уның исеме барлыҡҡа килеү тарихы, унда донъя ҡорған беренсе кешеләр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтары һәм ауылдаштары алдында Рапат мәҙәниәт йорто сәхнә оҫталары һәм үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ағҙалары йәмле концерт номерҙары менән сығыш яһаны, дәртле йырҙар яңгыраны, бейеүҙәр күңелдәрҙе елкендерҙе. Сарала шулай ук спорт ярыштары ла ойошторолдо, йыйылыусылар халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашып күңел асты.
Әлбиттә, байрамды һый-хөрмәттән сығылып торған табынһыҙ күз алдына килтереп булмаҫ ине. Тантана тамамланғас, унда ҡатнашыусы бөтә ҡунаҡтар һәм ауылдаштар сәй табыны янына саҡырылды. Ундағы тәмлекәс һыйҙарҙы ауылдың уңған хужабикәләре әҙерләп алып килде. Йыйылыусылар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Л.М.Ғүмәров әҙерләгән тәмле былау менән дә һыйланып кинәнде.
Ошондай күркәм байрамды ойоштороусылар күрһәткән берҙәм ярҙамдары өсөн ауылдың бөтә учреждениелары етәкселәренә ихлас рәхмәтле. Сөнки был тәбиғәт байлығын яңынан кешеләргә бүләк итеп, ҡойоға яңы тормош биреү – ул ауылдың ысын матурлығын, гүзәллеген дә күрһәтеү, асыу тигән һүҙ. Был күләмле изге эш тәү сиратта йәштәр өсөн, улар кесе тыуған ерҙә лә матур, бәхетле йәшәп булуын аңлаһын өсөн башҡарылды.