+28 °С
Облачно


Күргәҙмәлә музей фондынан уникаль экспонаттар йыйылған. Бында Салауат Юлаевтың биографияһы, бюст-һыны, гипстан эшләнгән картина, милли батыр рәсеме булған Башҡортостан Республикаһы гербы, С.Юлаевтың көрәштәше, яҡташыбыҙ, Саҡмағошта тыуып үҫкән яугир Ҡанзәфәр Усаевтың шәжәрәһе һәм биографияһы урын алған. Күргәҙмәне асыу сараһында Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 1в синыфы уҡыусылары ҡатнашты. Балалар милли батырҙың биографияһы менән танышты, экспонаттарҙы ҡараны. Сара тамамланғас уларға музей буйынса экскурсия үткәрелде.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош тарихи-туған яҡты өйрәнеү музейының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһе.