САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
10 Июня 2022, 06:25

Бөйөк байрам алдынан

Илебеҙҙең мөһим байрамдарының береһе – Рәсәй көнөн бидәләр алдыннан Ҡалмашбаш ауыл мәҙәниәт йортонда был байрамға арнап балалар менән берлектә Рәсәй Гимны башҡарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөйөк байрам алдынанБөйөк байрам алдынан
Бөйөк байрам алдынан

Гимн, флаг һәм герб менән бер рәттән, шулай уҡ илебеҙҙең төп символардарының береһе булып тора. Ул илебеҙ, туған Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре тыуҙыра. Рәсәй граждандарының күңелдәрендә ул Еңеү менән ауаҙдаш булып яңғырай, бөйөк илдең ҡаҙаныштары тураһында иҫкәртә. Бына ошондай хистәр менән башҡарҙы ла инде балалар илебеҙ Гимнын. Был сара районыбыҙҙың йәш граждандарында кесе йәштән үк тыуған илгә, Ватанға һөйөү, патриотлыҡ хисе тәрбияләүгә үҙ өлөшөн индерә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Ҡалмашбаш ауыл мәҙәниәт йортоноң “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас