САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Май 2022, 16:37

Беҙ – бергә!

Әхмәт ауылында ғүмер кисереүсе Роза һәм Илшат Мөхәррәмовтар тамыр-нәҫелдәре менән ошо ауылдан. Ҡыҙ менән егеттең ғаилә тарихы 2000 йылға барып тоташа.

Беҙ –  бергә!
Беҙ – бергә!

 

2004 йылдың февралендә никах уҡыталар, ә сентябрҙә мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерәләр.

Беренсе сабыйҙарына  Илвина тип исем бирәләр. 2008 йылда Денис, тағын туғыҙ йылдан өсөнсө сабыйҙары Самат донъяға килә. Бөгөн был күп балалы ныҡлы ғаиләнең үҙ йәшәү тәртибе, ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары бар.

Мөхәррәмовтар ҙур яҡты йорт төҙөй, төҙөлөштө бары тик үҙ көстәре менән генә еңеп сығалар. Еңел булмаған, әлбиттә. Сөнки өс бала тәрбиәләгәндә күп нәмәлә экономияларға тура килә.

Бөгөн улар ун биш баш эре мал аҫырай. Шуларҙың бишеһе – һыйыр. Көн һайын Роза иртәнге һауымға тора, һауған һөтөн эшкәртеп, мал тотмаған ауылдаштарын һөт продукцияһы менән тәъмин итә. Кешеләр ҙә сифатлы һөт, эремсек, ҡаймаҡ өсөн уға рәхмәтле.

Бөгөн ғаиләлә өлкәндәр тырышлығы һөҙөмтәһендә именлек һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ҡыҙҙары Илвина Ҡазан медицина фармацевтика колледжының икенсе курсында белем ала. Денис етенсе синыфта, ә Самат иһә балалар баҡсаһына йөрөй.

Мөхәррәмовтар ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалырға теләмәй. Йорт-ҡураны төҙөкләндереү эше дауам итә. Хыялдары ҙурҙан. Роза киләсәктә эшкә урынлашып, шул өлкәлә үҫешергә теләй, тотороҡлолоҡҡа ынтыла. Ә иң ҙур хыялдары балалары менән бәйле. Ғаилә башлығы ла оҙаҡ йылдар инде йыраҡҡа йөрөп аҡса таба.

Ун һигеҙ йыл бергә ғүмер кисереүсе әлеге татыу ғаилә үҙҙәренең берҙәмлеге менән көслө булыуҙарын дәлилләне лә инде. Барлыҡ һынауҙарҙы бергә үткән Мөхәррәмовтарға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Беҙҙен хәбәрсе. 

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: