САРМАНАЙ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2022, 15:15

Мәртәбәле бәйгелә ҡатнаштылар

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр ижадының “Батырҙар иле-2022” тип исемләнгән юбилейлы Х Асыҡ республика конкурсына һөҙөмтәләр яһалды. Был проект – үҙ халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшенә шәхси ҙур өлөшөн индереүсе Башҡортостандың лайыҡлы гражданинын тәрбиәләү формаларының береһе.

Мәртәбәле бәйгелә ҡатнаштылар
Мәртәбәле бәйгелә ҡатнаштылар


Бәйгегә төрлө техникала башҡарылған 600-ҙән артыҡ ижади эш тәҡдим ителде. Конкурстың төп темалары: “Урал Батыр” эпосы, башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, башҡорт милли традициялары һәм фольклоры.
Әлеге мәртәбәле конкурста Саҡмағош Балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыусы Айгөл Рудин ҡыҙы Кудрявцева класында шөғөлләнеүсе уҡыусылар ҡатнашты. Бәйге йомғаҡтары буйынса Индира Моратоваға Диплом, Алина Ахуноваға II дәрәжә Диплом тапшырылды. “Үҙ халҡың тарихын онотмау һәм уның милли традициялары менән ҡыҙыҡһыныу бик мөһим”, – тип тәбрикләне ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың уҡытыусыһын Балалар сәнғәт мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Альбина Фәрит ҡыҙы Әхмәтова.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: