САРМАНАЙ
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2022, 15:20

Кескәй музыкантыбыҙ үҙен танытты

Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы уҡыусыһы Нияз Халиҡов 21-22 майҙа башҡорт классик музыкаһын башҡарыусы йәш музыканттарҙың Икенсе асыҡ телевизион конкурсында сығыш яһаны. “Елкән” тип исемләнгән был конкурс илдә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылдарына арналды. Уны был мәртәбәле бәйгегә уҡытыусыһы Резеда Мөнәүир ҡыҙы Төхвәтуллина әҙерләне.

Кескәй музыкантыбыҙ үҙен танытты
Кескәй музыкантыбыҙ үҙен танытты


Бәйгенең һайлап алыу турына дүрт номинация буйынса 186 ғариза-заявка тапшырылған. Уларҙың бары тик 12һе генә конкурс тураһында сығыш яһарға лайыҡлы тип һайлап алынған. Шул оҫта йәш музыканттар араһында беҙҙең кескәй райондашыбыҙ да булыуы айырыуса һөйөнөсле.
Конкурста ҡатнашыусылар һөнәри композиторҙар эшкәртеүендәге башҡорт ижадсылары һәм халыҡ көйҙәрен башҡарған. Нияз А.Эшпайның фортепиано өсөн яҙылған “Татар бейеү көйө”н һәм Р.Ҡасимовтың “Кескәй егет” пьесаларын уйнап ишеттергән. Составында Ш.Сәғитова, А.Нәзиуллин, А.Ғайсаров, В.Симонова, И.Мөслимов кеүек киң билдәле музыканттар булған жюри Ниязҙың башҡарыу оҫталығына һоҡланып, уға артабан да яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен, артабан да оҫталығын арттырыуын теләгән. Бындай киң танылған музыканттар менән аралашыу һәм уларҙың кәңәштәре Ниязға һәм уның уҡытыусыһы Резеда Мөнәүир ҡыҙына йәнә лә ҙурраҡ бейеклектәрҙе яуларға ынтылыш бирер, тип ышанабыҙ.

Автор:Альбина Әхмәтова, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары.
Читайте нас: