САРМАНАЙ
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Май 2022, 13:40

"Хамматов уҡыуҙары-IV" фәнни-ғәмәли конференцияһы йомғаҡтары

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, төбәктәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет, Белорет районы мәғариф идаралығы һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы тарафынан ойошторолған “IV Хамматов уҡыуҙары” Белорет ҡалаһында дистанцион форматта үтте.

"Хамматов уҡыуҙары-IV" фәнни-ғәмәли конференцияһы йомғаҡтары
"Хамматов уҡыуҙары-IV" фәнни-ғәмәли конференцияһы йомғаҡтары

Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Белорет ҡалаһының 260 йыллығына һәм күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 97 йыл тулыуға бағышланды. Фәнни-ғәмәли конференцияла республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендәге мәктәптәренән II-XI класс уҡыусылары ҡатнашты. Республика конкурсында Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 3-сө а класы уҡыусыһы Ильяс Ямалетдинов та ҡатнашты (етәксеһе Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева) һәм II дәрәжә дипломы менән бүләкләнде. Афарин! Ильясты һәм Рәмзилә Рауил ҡыҙын ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлыҡ сәләмәтлек һәм киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: