САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2022, 14:25

“Алтын тирмә” еңеүселәре булдылар!

Күптән түгел райондаштарыбыҙ төбәк телевидениеһының “БСТ” каналында ойошторолған “Алтын тирмә” викторинаһында ҡатнашты.

“Алтын тирмә” еңеүселәре булдылар!
“Алтын тирмә” еңеүселәре булдылар!

 Унда беҙҙең Саҡмағош районы данын Имәнлеҡул ауылы вәкилдәре – “Хыял” татар халыҡ театрының үҙешмәкәр актерҙары һәм уның режиссеры, Имәнлеҡул ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Разалия Лиф ҡыҙы Хафизова яҡланы. Асҡын районынан килгән команда уларҙың көндәштәре булды.
Интеллектуаль уйында яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен ижади, төплө белемле, киң эрудициялы команда итеп танытты һәм викторинаның енеүселәре булды. Беҙ уларҙы был еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Райондаштарыбыҙ ҡатнашлығындағы был тапшырыуҙы оҙаҡламай “БСТ” каналында ҡарарға була.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: