САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Май 2022, 14:10

Тирә-яҡты моңға күмеп, сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

Бөгөн, 18 майҙа, район мәктәптәренең 9 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңгырау сыңы яңғыраны.

Тирә-яҡты моңға күмеп, сыңланы һуңғы ҡыңғырау...
Тирә-яҡты моңға күмеп, сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

 Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 82 сығарылыш уҡыусыһы өсөн был байрам бик күркәм, иҫтә ҡалырлыҡ булып үтте. Егеттәр-ҡыҙҙарҙың күңелдәре шат – уларҙың күпселеге туған мәктәптәрендә 10-11 синыфтарҙа белем алыуын дауам итәсәк. Бер нисәһе колледждарҙа һәм лицейҙарҙа һөнәр үҙләштерергә ҡарар иткән.
Тантанала туғыҙынсы синыфтар өсөн бик күп йылы һүҙҙәр һәм теләктәр яңғыраны. Мәктәп директоры А.Р.Бикмөхәмәтов, уның уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеге буйынса урынбаҫары В.В.Дәүләтова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Р.И.Мостафина, 9 “б” синыфының класс етәксеһе Г.Р.Имаметдинова, ата-әсәләр исеменән сығыш яһаған Г.А.Вәлиева уларҙы ҡотлап, күңел түрендәге иң изге теләктәрен еткерҙе. Сығарылыш синыф уҡыусылары ла үҙ сиратында яратҡан уҡытыусы-остаҙдарына һәм ата-әсәләренә рәхмәт Һүҙҙәрен белдерҙе. Ғәмһеҙ баласаҡ менән хушлашыу байрамы унда ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһында яҡты хистәр уятып, истәлекле көн булып яҡты хәтирәләрҙә һаҡланыр.
Беҙ бөтә туғыҙынсы синыф уҡыусыларының да дәүләт имтихандарын иң юғары балдарға тапшырып, үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттары студенттары булыуҙарын йәки йәй айҙарында яҡшылап ял итеп, туған мәктәп бусағаһын атлап инеүҙәрен һәм яңы көс менән белем үрҙәрен артабан да ҡыйыу буйһондороуҙарын теләйбеҙ.

Вероника Дәүләтова,
Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.

Автор:Вероника Дәүләтова, Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: