САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Май 2022, 14:10

“Хәтер баҡсаһы” шаулап үҫер...

Үҙҙәре өсөн һуңғы ҡыңгырау яңғыраған 18 май көнөндә Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 9 синыф уҡыусылары класс етәкселәре менән берлектә Халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ла ҡатнашты.

“Хәтер баҡсаһы” шаулап үҫер...
“Хәтер баҡсаһы” шаулап үҫер...

 Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ аҙатлығын һәм тыныс киләсәкте үҙ ғүмерҙәре иҫәбенә яулап алған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә мәктәп баҡсаһында ағас һәм ҡыуаҡтар үҫентеләрен ултырттылар. Ҡыҙҙар-егеттәрҙең һәр ҡайһы ҙур ҡәнәғәтлек менән был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе һәм күгебеҙ тыныс булуын теләп, ултыртҡан үҫентеләрҙең йәш ботаҡтарына аҡ таҫмалар бәйләне. Был ағастар күкрәп үҫеп китеп, киләсәктә матурлыҡтары һәм татлы емештәре менән күп быуын уҡыусыларҙы һөйөндөрөр һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныслыҡ яулаған олатай-өләсәйҙәребеҙҙең яҡты иҫтәлеге булып торор тип өмөтләнәбеҙ.
Мәктәп етәкселеге сығарылыш синыф уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә был изге эштә ҡатнашыуҙары өсөн ихлас рәхмәтле.

Автор:Вероника Дәүләтова, Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: