САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2022, 16:45

Ижади бәйгенән – призлы урын алып

Белорет ҡалаһында милли театрҙарҙың “Алтын тирмә-2022” Төбәк-ара фестивале тамамланды.

Ижади бәйгенән – призлы урын алып
Ижади бәйгенән – призлы урын алып


Был ижади бәйге яңы театраль коллективтарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү, республика халҡы араһында театр сәнғәтен киң популярлаштырыу, театраль коллективтар етәкселәренең һәм режиссерҙарының һөнәри оҫталығын камиллаштыру маҡсаттарын күҙаллап үткәрелде.
Әлеге мәртәбәле бәйгелә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 18 ижади коллектив ҡатнашып, үҙ оҫталыҡтарын дәлилләне. Беҙҙең Саҡмағош район мәҙәниәт йортоноң сәхнә оҫталарын берләштергән “Замандаштар” халыҡ театры артистарының фестивалдәге сығышы жюриның айырым иғтибарына лайыҡ булды. Улар режиссер Ривенер Ғобәйев етәкселегендә сәхнәләштергән “Ауылға ҡыҙҙар килде, йәки моңдар ҡайтһын ауылға” спектакле, тамашасы һәм жюри һөйөүен яулап, фестивалдең II дәрәжә Дипломанты булды.
Был ҙур бәйгелә ҡатнашҡансы “Замандаштар” халыҡ театры артистары Өфө тамашасыһы алдында ла һынау тотоп өлгөргәйне. Апрель айы ахырында улар был спектакль менән “Нур” театры сәхнәһендә сығыш яһап, башҡала театр һөйөүселәренең дә күңелен яуланылар. Афарин, булдыраһығыҙ тип һоҡланабыҙ яҡташ сәхнә оҫталарына һәм уларға артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булыуын, яңынан-яңы ижади ҡаҙаныштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: