САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2022, 21:35

Ғаилә – иң ҙур хазина

Бөгөн, 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.

Ғаилә – иң ҙур хазина
Ғаилә – иң ҙур хазина

Был көн – байрамдар календарында айырым урын алып, үҙгә бер йылылыҡ, яҡтылык бөркөлөп торған, төрлө быуын вәкилдәрен бер-береһе менән бәйләп, ысын рухи байлыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлай, нығыта торған көн. “Ғаилә – бөтә башланғыстарҙың башланғысы”, – тибеҙ. Ошо күркәм көнгә арнап, Саҡмағош районының Рәжәп ауылы китапханаһында йәш китап уҡыусылар ҡатнашлығында үткәрелгән һәм ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булгған әңгәмә-байҡау бер ҙә юҡҡа тап ошолай исемләнмәгәндер, моғайын. Сара барышында китапханасы Гөлнур Ғалимова балаларға ғаиләнең һәр кеше тормошондағы роле, тап ғаиләлә кеше һәм гражданиндың тәрбиә нигеҙҙәре һалыныуы тураһында һөйләп аңлатты. Артабан йәш китап уҡыусылар менән бергәләп А.Толстойның “Никитаның баласағы”, А.П.Чеховтың “Ваҡиға”, Е.Благининаның “Бына шундай ул әсәй” әсәрҙәренән өҙөктәр уҡынылар. Шулай уҡ балалар мауыҡтырғыс уйындарҙа ла ҡатнашып күңел асты. Әлеге әңгәмә-байҡау унда ҡатнашҡан малайҙар-ҡыҙҙарға ғаилә тигән бөйөк ҡиммәттең, иң яҡын кешеләрҙең ҡаҙерен, ғаиләле кешенең иң бәхетле кеше булыуын, атай-әсәләре, туғандарын ҡаҙерләргә-һаҡларға кәрәклеген тағы ла нығыраҡ аңларға ярҙам иткәндер, тип өмөтләнәбеҙ. Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәжәп ауыл китапханаһының “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: