САРМАНАЙ
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Май 2022, 16:10

Вымпел – алдынғыларҙа

Районыбыҙ баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре ойошҡан төҫтә бара.

Вымпел – алдынғыларҙа
Вымпел – алдынғыларҙа

Игенселәребеҙ һынатмай, ең һыҙғанып, үҙ-ара ярышып эшләй. Был аҙнала “Маяк” кооперативының тәжрибәле механизаторы Рафаэль Йыһануров сәсеүҙә еңеүсе тип танылды. Ул "К-744" тракторына тағылған "Кузбасс" сәсеү комплексы менән 958 га майҙанда яңы уңышҡа нигеҙ һалды. "Урал" йәмғиәтенең уңган механизаторы Мәүлетйән Рәхимйәнов культивациялауҙа беренсе булып танылды. Ул "Агротрон" тракторында 696 га майҙанда ер культивацияланы.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас: