САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2022, 00:20

Йәш бейеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Күптән түгел Саҡмағош Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә уҡытыусы Р.Н.Нуриханова класында бейеү сәнғәте оҫталығын үҙләштереүсе уҡыусыларыбыҙ “Әфәрин, балалар!

Йәш бейеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Йәш бейеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Өфөлә яҙ” (“Браво, дети! Весна в Уфе”) тип исемләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижадының Халыҡ-ара конкурсында үҙ оҫталығын һынаны. Һәр бәйге – бөтә йәштәге ҡатнашыусылар өсөн дә ҙур ваҡиға, ижади атмосфера, юғары һөнәри оҫталыҡтағы жюри һәм сәләтле конкурсанттар ул. “Был конкурста беҙҙең Башҡортостандан ғына түгел, тирә-яҡ төбәктәр һәм өлкәләрҙән килгән коллективтар да күп булды. Әлбиттә, уҡыусыларыбыҙ бераҙ тулҡынланды, әммә лайыҡлы сығыш яһанылар. Кесе йәштәгеләр төркөмөндә “Хореография. Халыҡ бейеүе” номинацияһында сығыш яһаған “Шатлыҡ” ансамбле һәм “Шаян кәйеф” мари бейеүен яңғыҙы башҡарған Илина Муллаянова I дәрәжә лауреаттар исемен яуланы”, – ти ансамбль етәксеһе Рәйлә Нәғимулла ҡыҙы. “Конкурсты ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт, беҙ өйгә бик шатланып ҡайттыҡ. Киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ”, – тип һөйөнөстәре менән уртаҡлаша йәш бейеүселәребеҙ. Беҙ балаларҙы ошо конкурсҡа алып барыуҙы ойошторорға ярҙам иткән ата-әсәләргә ихлас рәхмәтлебеҙ, уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм бөтә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Сәләтле уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың уҡытыусыһы Рәйлә Нәғимулла ҡыҙын был шатлыҡлы еңеүҙәре менән ихлаҫ ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, сағыу, үҙенсәлекле номерҙар, тулҡынландырғыс сығыштар һәм көслө алҡыштар теләйбеҙ!

Автор:Альбина Әхмәтова, Балалар сәнғәт мәктәбе директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: