Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Май , 13:05

Файҙалы да, күңелле дә ял сәғәттәре

Районда май байрамдарының ял көндәре күңелле үтә.

Файҙалы да, күңелле дә ял сәғәттәре
Файҙалы да, күңелле дә ял сәғәттәре

Һәр көндә Саҡмағоштоң Ғаилә ялы паркында ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө күңел асыу сараларын ойоштора. 2 майҙа район үҙәкләштерелгән һәм балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре берлектә йәш китап уҡыусыларҙы – балалар һәм үҫмерҙәрҙе “Әҙәби скамейка” тип исемләнгән конкурс-уйын программаһына саҡырҙылар. Матур ҡояшлы кистә паркҡа ял итергә килеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре нәфис әҙәбиәт, баласаҡтың яҡты истәлеге булып күңел түрҙәрендә һаҡланған онотолмас әкиәттәр донъяһына “сәйәхәт ҡылып”, асыҡ саф һауала ойошторолған төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа һәм викториналарҙа ҡатнашып, үҙ белемдәрен һынанылар. Улар өсөн бында уҡ әҙерләнгән “Китаплы йәй” балалар китаптары күргәҙмәһе менән дә бик теләп танышып, йомаҡтарға яуаптар эҙләнеләр “Отгадай-ка” иле”, “Георафия” викториналарында ҡатнаштылар, яратҡан китаптары менән йәнә осраштылар. Ике сәғәт дауам иткән сара һиҙелмәй лә тиерлек, күҙ асып йомған ваҡыт эсендә үтеп тә китте. Уның барышында кескәйҙәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә “Шат Колобок”, “Атомдар һәм молекулалар”, “Музыкаль эшләпә”, “Барыһы да кирегә” һәм башҡа шундай күңелле конкурс-эстафеталарҙа, флешмобта ҡатнаштылар. Уларға бындағы өлкәндәр дә бик теләп ҡушылды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ойоштороп үткәргән был сара унда ҡатнашыусы балалар өсөн күңелле генә түгел, бөтә яҡлап та файҙалы булды: нәфис әҙәбиәт һәм төрлө уҡыу фәндәре буйынса белемдәрен нығытып, донъяны күҙаллауҙарын арттырып ҡына ҡалманы, саф һауала үткәрелгән хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашыу уларҙың физик сәләмәтлегенә лә уңай йоғонты яһаны, командаларға бүленеп уйнау иһә берҙәмлек хистәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итте. Ә был, һәр кеше лә килешер, компьютер-ноутбук артында йәки телефонға “инеп китеп” утырыуҙан күпкә файҙалыраҡ.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас в