Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Май , 14:35

Ғәйет намаҙына йыйылдылар

Бөгөн, 2 майҙа, бөтә мосолман өммәте хаҡ динебеҙҙең иң ҙур һәм мәртәбәле байрамдарының береһе булған Рамаҙан ғәйетен билдәләй.

Ғәйет намаҙына йыйылдылар
Ғәйет намаҙына йыйылдылар

Ғәйет намаҙына йыйылдылар Бөгөн, 2 майҙа, бөтә мосолман өммәте хаҡ динебеҙҙең иң ҙур һәм мәртәбәле байрамдарының береһе булған Рамаҙан ғәйетен билдәләй. Изге Рамаҙан айы дауамында мосолмандар Аллаһ Тәғәләнең риҙалығын алыуға һәм бөтә гөнаһтарҙың ғафу ителеүенә өмөт итеп, ураҙа тоттолар, күңел-ҡалебтәрен сафландырлар. Тотош республикалағы кеүек, Саҡмағош районы мәсеттәрендә лә бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Рамаҙан байрамы ҙурлап, күп кеше ҡатнашлығында үткәрелде. Аблай ауылындағы мәсеткә лә хаҡ динебеҙ нигеҙҙәрен хөрмәт итеп, Аллаһ Тәгалә ҡушҡандарҙы үтәп йәшәгән төрлө йәштәге ауылдаштар йыйылды. Аллаһ йортона килеүселәрҙе ауылдың имамы Фәһим Ғиниәт улы Хәйруллин сәләмләгәнән һүң муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев, Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова һәм райондың имам-хатибы Файзуллаһ Хажи Ҡотлоев оло байрам менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. Артабан байрамға килеүселәр ғәйет намазын уҡып, Рамаҙан айы фазыйләттәре тураһында вәғәз тыңланы. Рамаҙан ғәйете бөтә яҡташтарҙың йорттарына шатлыҡ, именлек һәм бәрәкәт, ил-дәүләттәребеҙгә тыныслыҡ, күңелдәребеҙгә сабырлыҡ һәм ышаныс алып килһен ине. Һәр барсағыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм изгелектәр теләйбеҙ¬!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас в