САРМАНАЙ
-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
28 Апреля 2022, 06:50

Трактор тауыштары тынмай

Ауыл кешеһе өсөн иң яуаплы осор - йылды туйҙырырлыҡ көндәр башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Трактор тауыштары тынмайТрактор тауыштары тынмай
Трактор тауыштары тынмай

Ерҙә эшләүҙән тәм тапҡан ысын игенсе-механизаторҙар был сәғәттәр етеүен алдан уҡ көтөп алды. Ауыр, мәшәҡәтле, туҙанлы эш булһа ла, икмәк игеүҙән, аҙыҡ-түлек муллығы булдырыуҙан ҙа игелеклерәк, сауаплырак хеҙмәт табылырмы? М.Горький ис. кооператив уңғандары әлеге хәҡиҡәтте  тулыһынса аңлап эш итә. Кооперативта дым ҡаплатыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу, тырматыу эштәре ойошҡан төҫтә бара. Ғөмүмән, иртәнән алып кискә ҡәҙәр баҫыуҙарҙа тракторҙар тауышы тынмай. 

Ялан  батырҙары, башҡарған эштәрегеҙ уң булһын, һауа шарттары уңай килеп, баҫыуҙарҙан мул уңыш йыйып алырға яҙһын.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас