Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Апрель , 16:45

Көҙөн уңыш мул булһын тип

Яҙ етеү менән ауыл эшсәндәренең мәшәҡәте арта: баҫыу-ҡырҙарҙа техника гөрләй, тупраҡ эшкәртелә, бәрәкәтле ергә буласаҡ уңыш нигеҙе булған орлоҡ күмдерелә. Элек-электән игенселәр беренсе бураҙна байрамын ҙурлап үткәргән. Ул – халҡыбыҙҙың яҙғы баҫыу эштәрен башлап ебәреүсе боронғо йолаһы.

Көҙөн уңыш мул булһын тип
Көҙөн уңыш мул булһын тип


“Герой” хужалығы эшсәндәре был йолаға тоғролоҡ һаҡлап, беренсе бураҙна байрамын йыл һайын үткәрә. Хатта донъяны коронавирус пандемияһы яулап алған шомло 2020 йылда ла әлеге күркәм ғәҙәт туҡталып ҡалманы. 27 апрелдә хужалыҡтың иң уңдырышлы баҫыуҙарының береһендә йәнә бындай байрам үтте. Уны ойоштороп үткәреүгә Тайнаш ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалды. Сарала “Герой” кооперативы рәйесе Фәрғәт Ваһапов, Тайнаш ауылы имам-хатибы Флүр Яҡупов, хужалыҡтың баш белгестәре һәм механизаторҙар, хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Байрамға килеүселәрҙе хужалыҡ рәйесе Фәрғәт Фәрит улы сәләмләп, яҙғы баҫыу эштәре башланыу белән ҡотланы һәм сәләмәтлек, йылдың игенселәр өсөн уңышлы килеүен һәм баҫыуҙарҙа юғары уңыш өлгөрөүен теләне. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Фаил улы Иҡсанов уның теләктәрен ҡеуәтләп, яҙғы баҫыу эштәрен мөмкин ҡәҙәр тиҙ арала һәм сифатлы итеп башҡарып сығырға саҡырҙы.
Халыҡ йолаһы буйынса, уңыш мул булһын өсөн тәүге һыҙылған бураҙналарға йомортҡа тәгәрәттеләр. Баҫыу эшсәндәрен тәбрикләп, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре дәртле йыр-моңдар бүләк иттеләр. Байрам тамамланыуға баҫыуҙар быйылғы яҙғы эштәрҙе башлап ебәргән тракторҙар гөрөлтөһөнә күмелде.
Хәйерле сәғәттә, игенселәр! Бәрәкәтле тупраҡҡа һалынған ғәрәбәләй бөртөктәр көҙгө айҙарҙа мул уңыш менән һөйөндөрһөн!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас в