+15 °С
Болотло
Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, ғорурланырлыҡ геройҙан үрнәк алыу, легендар яҡташыбыҙ исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолоусы традицион турнир быйыл унынсы тапҡыр ойошторолдо. Ағымдағы йылдағыһы айырыуса иҫтәлекле – Бөйөк Ватан һуғышында 250нән артыҡ хәрби осош яһап, дошман илбаҫарҙарын ҡыйратҡан легендар шәхескә быйыл 100 йәш тулған булыр ине.
Әлеге бәйге Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡала һәм райондарынан 130ға яҡын спортсыны үҙенә йыйҙы. Бәйгелә Өфө, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Баймаҡ, Ауырғаҙы, Кушнаренко, Дәүләкән, Баҡалы, ТРның Аҡтаныш һ.б. район көрәшселәре үҙара көс һынашты.