+14 °С
Болотло
28 апрелдә “Башҡортостан мәктәбе директоры-2022” конкурсына һөҙөмтә яһалды. Был бәйгелә Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директоры АЛМАЗ РАМИЛ УЛЫ БИКМӨХӘМӘТОВ еңеүсе булды.
Алмаз Рамил улын был мәртәбәле конкурста еңеү яулауы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ул лайыҡлы сығыш яһап, үҙенә хас булған сәләтен, талантын һәм харизмаһын бар тулылығында дәлилләне. Һәм шуның һөҙөмтәһе булараҡ мәртәбәле еңеү яулауға иреште. Саҡмағош беренсе урта мәктәбе коллективы Һеҙҙең белән ихлас ғорурлана!
Вероника Дәүләтова,
Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директоры урынбаҫары.