«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә район үҙәгендәге ойошма, предприятиеләр һәм учреждениеләр, шулай уҡ авыл советы авыл биләмәләре буш торған ерҙәрҙе, палисадниктарҙы йәшелләндереү сараһына ҡушылып, район үҙәгендә ағастар ултыртылды.
Изге эштә муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков, БР спорт министрлығының спорт өлкәһендә көйләү буенча дәүләт идаралығы начальнигы Игорь Ермилов, Башҡортостан Республикаһының милли спорт көрәше федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясов ҡатнашты. Түбәнге Йәркәйҙәге буласаҡ “Гаилә паркы”на ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-штурмовик М.Гәрәев аллеяһынаә нигеҙ һалынып, унда 250 төп миләш ағасы ултыртылды.