Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель , 13:35

Торлаҡлы булды

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың айырым категорияларын, етем, һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш республика Башлығы һәм район хакимиәтенең иғтибар үҙәгендә тотола.

Торлаҡлы булды
Торлаҡлы булды

 

Ошо көндәрҙә Артем Савельев көтөп алған квадрат метрҙарҙың бәхетле эйәһе булды. Уға үҙ фатир асҡысы тапшырылды. Малай ата-әсәһеҙ үҫә, туғыҙ йәшенән Талбазы ауылында Әхмәровтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Хәҙер инде үҙ аллы Өфөлә эшләй, күптән түгел генә ғаилә ҡорҙо. Уға Баҙар урамындағы йорттан фатир бирҙеләр.

Тантанаға Артем үҙен тәрбиәгә алған әсәһе менән килгән. Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин, А. Савельевҡа асҡыс тапшырып, уға именлек, матур тормош, барлыҡ хыялдарының ысын барлыҡҡа ашыуын теләне.

–Үҙ торлагым булыу – бәхет, иртәгәге көнгә ышаныс ул. Фатирыбыҙға иң тәүҙә ремонт яһарбыҙ, унан инде йыһаздар алыу тураһында уйларбыҙ. Үҙ оябыҙҙа яңы тормош ҡорасаҡбыҙ, – тине Артем.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас в