Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель , 17:05

Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын тип

Яҙ – тәбиғәттең йәшәреү, йәшелләнеү айы. Юҡҡа ғына санитар таҙартыу өмәләре тап ошо осорҙа үткәрелмәй бит.

Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын тип
Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын тип


Ҡарҙан, ҡыш дауамында йыйылып килгән сүп-сарҙан, көҙгө япраҡтарҙан арынып ҡалған, таҙартылған урам-ихаталар ҡарашты иркәләп, күңелдәргә шатлыҡ бүләк итә.
Бөгөн республиканың бөтә ҡала-райондарында шәмбе өмәләре үтте һәм “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә ағас үҫентеләрен ултыртыу ойошторолды.
Бындай санитар-таҙартыу өмәһенән Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге коллективы ла ситтә ҡалманы. Редакция хеҙмәткәрҙәре учреждение территорияһын һәм бина алдындағы палисадник-тротуарҙы таҙартып, йыйылған сүп-сарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан бүленгән транспортҡа төйәп сығарҙы, учреждение бинаһы территорияһын таҙартып-төҙөкләндерде. Ярҙамға урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре лә килде. Ошо көндәрҙә билдәләнәсәк район гәзите юбилейы тантанаһын редакция коллективы, халҡыбыҙҙың күркәм ғәҙәте буйынма, тулы әҙерлектә ҡаршылай.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас в