Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель , 14:25

Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!

Бөгөн Стәрлетамаҡта гөрләп "Ашҡаҙар" гәзите Кубогына (приздарына) көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры үтте.

Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!
Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!

 Сара быйыл икенсегә ойошторолдо.
Келәмгә республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән ун команда вәкиле сыҡты. Барлығы һикһәндән ашыу спорсты көс һынашты!

Ярыш булғас, еңеүсеһе була. Төрлө номинацияларҙа иң-иңдәрҙе билдәләгәндән һәм бүләктәр тапшырғандан һуң командалар араһында ла еңеүселәрҙе билдәләргә ваҡыт етте. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ командаһының биле ныҡ булып сыҡты һәм улар, йолаларыбыҙға ярашлы, төп көрәш бүләге - һарыҡ менән бүләкләнде!

Ошо тиклем ҙур проектты башҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткән һәм ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп ҡалабыҙ.

Сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмаларҙа!

Автор:
Читайте нас в