Иртәнге шәмбелә 17 тел һөйөүсебеҙ, ручка алып, яҙма эшкә тотондо. Халыҡ-ара диктантты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмә етәксеһе Исламғәлиева Рәмзилә Рауил ҡыҙы әйтеп яҙҙырҙы.
Был сара күркәм байрам кәйефендә үтте. Һәр ҡатнашыусы Башҡортостандың дәүләт теленә ҡарата хөрмәтен күрһәтте һәм үҙҙәренең башҡортса дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереп ҡараны. “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, уның мәртәбәһен күтәреү өсөн үткәрелгән акцияларҙың береһе булды. Халҡыбыҙ "Теле барҙың иле бар", тип юҡҡа әйтмәгән. Киләсәктә лә телебеҙҙе үҫтереүгә, илебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ!
#БашДиктант2022 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡорттелендәдиктант #БашФонд #Башкортостан #РодныеЯзыки #Башҡорттар