Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Апрель , 16:45

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу

Урындагы үҙидара көнө уңайынан район мәктәптәренең активистары муниципаль район хакимиәтендә булды.

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу

 

Экскурсия муниципаль район Советы секретары Игорь Никифоров кабинетынан башланып, ул урындағы үҙидара көнө тарихы, Совет, депутат корпусы, ауыл Советы ауыл биләмәләре эшсәнлеге тураһында һөйләне. Символика һәм Илеш районының Почет китабы менән таныштырҙы.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин менән осрашыу ҙа уңай һәм йылы шарттарҙа уҙҙы. Уҡыусылар район башлығына эшсәнлек биографияһы, уның уңай һәм кире яҡтары, донъялағы хәлдәргә кағылышлы һорауҙар бирҙе.

Илдар Иршат улы сара аҙағында уҡыусыларға уҡыу йылын уңышлы тамамлап, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары  булып үҫеүҙәрен теләне. Осрашыуҙан балалар ҙур тәэҫораттар алып таралышты.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас в