

Йомаш балалар баҡсаһы педагогтар коллективы быны яҡшы аңлап, үҙ тәрбиәләнеүселәренә кескәй саҡтан уҡ районыбыҙҙа, республикабыҙҙа йәшәүсе милләттәр вәкилдәренең бай мәҙәни һәм мирас өлгөләрен өйрәтеү-аңлатыу эшсәнлеген даими алып бара. Күптән түгел улар баҡсаға йөрөүсе малайҙар-ҡыҙҙар менән район мәҙәниәт йортонда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары сәхнәләштергән “Ете мөғжиҙалы теләк” (“Семь чудесных пожеланий”) спектакль-квестын ҡарап ҡайттылар.
Театр сәнғәте бала тәрбиәләүҙә айырыуса мөһим роль уйнай. Театрҙа әкиәт атмосфераһы булдырыла. Уның донъяһына “инеп китеп”, кескәйҙәр унда барған ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ кеүек ҡабул итә, тамаша геройҙары кисергән хистәрҙе кисерә. Йомаш балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә был фәһемле йөкмәткеле, сағыу төстәргә бай декорациялар менән биҙәлгән сәхнәлә барған тамашаны бик ошатып, унан яҡшы кәеф менән ҡайтты.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Йомаш балалар баҡсаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.