САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Апреля 2022, 06:05

Йәрминкә гөрләне

Уҙған аҙнала ла Үрге Йәркәйҙәге иҫке баҙар территорияһында йәрминкә уҙып, тәҡдим ителеүсе тауарҙар ассортиментына бай булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәрминкә гөрләнеЙәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне

Райондың  ауыл, крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтары үҙҙәре етештергән сифатлы продукцияны тәҡдим итте. Урындағы етештереүселәр он, ярмалар, көнбагыш майы, шәкәр, ит, һөт, балыҡ, ҡамыр ризыҡтары һәм ҡулай бәйәләрҙән башҡа продукция алып килгәйне. Шулай уҡ районыбыҫҫа йәшәүсе ҡул оҫталары үрелгән кәрзин, ағастан эшләнгән ултырғыстар, эскәмйәләр, башка әйберҙәрҙе лә һатыуға алып сыҡты. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре  сағыу йыр-моңло сығыштары менән байрам кәйефе бүләк итте.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас