

Предприятиела эшләгән беренсе йылдарығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ әле. –Мин бында 1990 йылдың февралендә килдем. Әлеге көндә үҙем етәкләгән тимер-бетон изде- лиелар цехына формовщик итеп алдылар. Эш бик оҡшаны, бында ҡалдым. Директор Валерий Сиразов ҡул аҫтында башланым, етәкселәр алмашынды, хәҙер оҙаҡ йылдар дауамында Мәүлиҙә Иҙрисова менән аңлашып хеҙмәт һалабыҙ. 30 йылға яҡын электрик Фәрит Мөғәллимов менән дуҫ эшләнек. Хәҙер эште икенсе электрик – Радик Бакиров менән дауам итәм, уның да был предприятиела хеҙмәт стажы шундай уҡ. –Формовщик ниндәй белгеслек ул? –Формовщик блоктар, түшәмә плитәләр һәм башҡа тимер-бетон конструкцияларҙы формалаштырыу эше менән шөғөлләнә. Уның өсөн беҙҙә үҙебеҙҙең иремә-бетон узелы һәм арматура цехы бар. –Үткәндәрҙән тагы ла нимәләр хәтерләйһегеҙ? –Беҙҙең завод ҡалалағы һәм райондағы, шулай ук унан ситтә лә бик күп төҙөлөштәрҙе тәьмин итте. Улар иҫәбендә өч заправкалау станцияһы, уларҙы Татарстан яғына барғанда «Лукойл» йәмғиәтенең Андреевка ауылы янындағы һыуыртыу станцияһы базаһында күрергә мөмкин. «Алая роза» ял базаһын төҙөгәндә беҙҙең продукцияны алдылар. Дүртөйлө янындағы радиореле станцияһы нигеҙен һалыуҙа ҡатнаштыҡ. Эш «өҙлөкһөҙ» тип атала, йәғни, технология талаптары буйынса нигеҙ ныҡлы булһын өсөн, уны өҙлөкһөҙ һалалар. «Өҙлөкһөҙ»ҙә саҡмағоштарға ла ярҙам иттек. Үҙебеҙҙең ағас эшкәртеү цехы ла бар ине. Пластик тәҙрәләргә күскәс, уның кәрәге ҡалманы. Һәм уны яптылар. –Беҙ һеҙҙең ошо йылдар эсендә төрлө белгеслектәр буйынса эшләргә, техник уҡыу йортон тамамларға өлгөрөүегеҙҙе беләбеҙ. –Формовщик, бригадир булып эшләгәс, слесарь булдым, шунан һуң – тәьминәтсе, механик. Сарапул электромеханика техникумын тамамланым. 2020 йылдан әлеге цехты етәкләйем. . –Предприятиены Мәүлиҙә Иҙрисова етәкләгәс, цехта бер нисә тапҡыр реконструкция эшләнде. –Ул миксерҙар – автобетон- болғатҡыс, йәғни бетон ҡатнашмаһын ташыу өсөн әйләнеп тороусы һыйышлы һауыт менән йыһаҙландырылған йөк автомобилдәре һатып алыуҙан башланды. ЗИЛ-самосвалға иҫәпләнгән иремә-бетон узелын юғарыраҡ күтәрергә тура килде. Тимер-бетон изделиелар етештереү технологияһы ла күренеп үҙгәрҙе: иремәгә 5-20 фракциялы ваҡ таш ҡуша башланык. Етештергән продукцияның сифаты күтәрелде. Директор йөҙө килгән тауар талап итә, беҙ уға ирештек, тип уйлайым. Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Тимер-бетон полигонын елдән һаҡлау өсөн профнастил менән әйләндереп алдыҡ. –Клиенттар предприятиеның нормаль эшләүе нигеҙе булып тора. –Беҙҙең даими, продукциябыҙҙы бер генә йыл белмәгән, уның юғары сифатта булыуына инанған клиенттарыбыҙ бар, тип әйтергә була. Нефтекама ҡалаһынан, күрше Татарстан Республикаһыннан киләләр. Бөгөн ике – «Башпромстрой» һәм «Башстройснаб» ойошмалары тауар алып китте. Икеһе лә Өфөнән. Ҡабатлап әйтәм, беҙҙең продукцияның сифаты бик юғары. ГОСТтың бөтә талаптарына яуап бирә. Уның өсөн беҙҙә үҙ лабораториябыҙ менән техник контроль бүлеге бар. Хәҙер сифатты тәьмин итеү бүлеге, тип атала. Иремә һораусылар күп. –Етештерелә торған продукцияның ассортименты тураһында ни әйтерһегеҙ? –Ул, һис шикһез, киңәйҙе. Барыһы тураһында ла һөйләп бөтөрөп булмай, улар материалығыҙҙа күп юлдарҙы аласаҡ. Яңы директор килеү менән алты метрлы, йәғни икегә алтылы, юл плиталары сығара башланыҡ. Ул ныҡ ҡатырылған юл плитаһы дип атала. Уны тағы «аэродром плитаһы» тип тә йөрөтәләр. Был плиталарға ауыл хужалығы предприятиелары майҙансыҡтарына йәйеү өсөн аграр секторҙар заказ бирә. Уларға силоссоҡорҙары төҙөү өсөн контрфорстар, йәғни стеналар, плита фундаменттары ныҡлығын көсәйтеү конструкциялары һәм башҡа материалдар етештерәбеҙ. Сеймал сифатлы: ваҡ ташты Катав-Ивановканан, цементты Новотроицкинан ташыйбыҙ. Комташ –Вострецово сығанағынан. –Цех коллективы тураһында нимә әйтерһегеҙ? –Эшселәрҙең төп нигеҙенә таянабыҙ. Улар ныҡ ышаныслы. Формовщиктар Илфир Әйүпов, Ил- гиз Ғәзетдинов, иретеп йәбештереүселәр ағалы-ҡуҫтылы Рөстәм һәм Фирҙәүис Аҫылгәрәевтар, арматурасы Илгиз Ғайсин. Оҙаҡ йылдар дауамында формовщик булып «Туймазынефтестрой» тресының беренсе төҙөлөш идара- һында тәжрибә туплаған башлаған, Илшат Раянов хеҙмәт итә.