САРМАНАЙ
+2 °С
Ясно
Төрлөһөнән
29 Марта 2022, 06:20

Каникул көндәре хәүефһеҙ үтһен өсөн

“Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендәге “Социаль әүҙемлек” программаһын ғамәлгә ашырып, яҙғы каникул алдынан республиканың бөтә белем биреү учреждениеларында ла Берҙәм Юл хәрәкәте ҡәғиҙәләре көнө үткәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Каникул көндәре хәүефһеҙ үтһен өсөнКаникул көндәре хәүефһеҙ үтһен өсөн
Каникул көндәре хәүефһеҙ үтһен өсөн

 Әлбиттә, был саранан Саҡмағош районы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.
Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 2 синыфтары уҡыусылары ла тематик сараларҙа әүҙем ҡатнашты: “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнәбеҙ” тип исемләнгән күргәҙмәгә һүрәттәр төшөрҙөләр, “Баласаҡтың күңелле юлы” гәзите менән таныштылар, автоҡаласыҡта булдылар.
Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары иһә синыф сәғәттәрендә был ҡағиҙәләрҙе хәтерҙәрендә яңыртып ҡабатланылар. Улар барышында машиналар йөрөй торған юлды киҫеп сығыу, юлдарҙа балалар имгәнеүгә һәм транспортҡа бәйле ваҡиғалар һаны артыуға килтергән хәлдәр тураһындағы һорауҙар тикшерелде.
2 “б” синыфында “Юлдарҙағы хәүефһеҙлек” тип исемләнгән әнғәмә ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге автоинспекцияһы инспекторы Ринат Ғафур улы Ғилметдинов уҡыусыларға ошо ҡағизәләр буйынса инструктаж үткәрҙе.
“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына арналған саралар балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә айырыуса көнүҙәк. Быны тормош үҙе исбатлай. Синыф етәкселәре яҙғы һауа шарттарында юлдарҙа был хәүефһеҙлек ҡағиҙәләр ҡатғый үтәүҙең айырыуса мөһимлеген йәнә иҫкәртте. Ошо йәһәттән райондың белем биреү учреждениелары алдында ҡуйылған маҡсаттар тулыһынса үтәлде”, – тине район мәғариф бүлегененең методик бүлеге мөдире Гөлдәр Тимерйән ҡыҙы Иманғолова.

Автор:Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас