САРМАНАЙ
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Марта 2022, 16:25

Ҡырым яҙы байрам рухы бүләк итте

Бөгөн, 18 мартта, Саҡмағош район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанҙа Ҡырымдың Рәсәй менән ҡабаттан ҡушылыу көнөнә арналған концерт булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡырым яҙы байрам рухы бүләк иттеҠырым яҙы байрам рухы бүләк итте
Ҡырым яҙы байрам рухы бүләк итте

 Был милли үҙаң, дәүләтебеҙ менән ғорурлыҡ байрамы быйыл һигеҙенсе тапҡыр билдәләнеп, тотош ил буйынса миллионлаған кешеләрҙе берләштерҙе. Улар тарихи дөрөҫлөк, ҡаһарманлыҡ һәм туғанлыҡ символы менән берләште. Концертта тамашасыларға патриотик йырҙар яңғыраны һәм дәртле бейеүҙәр күңелдәрҙе елкендерҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙы Саҡмағош муниципаль районы хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев ҡотланы. Концерт һәр кемгә яҡшы кәйеф һәм рух күтәренкелеге бүләк итте.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: район мәҙәниәт йорто сайты.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас