+1 °С
Облачно


11 март көндө Мәскәү-Өфө юлында, Иҫәмәт ауылы янында “ВАЗ-21099” һәм ҡаршыға килеүсе «Volvo FH-Trucks» йөк машинаһы бәрелешкән.
"Юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә, 35 йәшлек ВАЗ шоферы алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ вафат булды. Еңел автомобиль йөрөтөүсенең элегерәк иҫерек хәлдә йөрөгән өсөн машина йөрөтөү хоҡуҡынан мәхрүм ителгән булыуы мәғлүм», — тип хәбәр ителә БР буйынса Эске эштәр министрлыгының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Юл фажиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тикшереү бара.
Хөрмәтле водителдәр! Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ. Һағыраҡ булайыҡ, юлдар хаталарҙы кисермәй. Барыбыҙҙы ла өйҙәребеҙҙә көтәләр...
Лира Гәрәева.
Фото: ГИБДД по республике