САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән
11 Марта 2022, 14:10

Яҙғы юл иғтибар талап итә!

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүматтарына ярашлы, шәмбе, 11 мартта республикала аяҙлы-болотло һауа торошо күҙәтелеүе һәм урыны менән епшек ҡар һырыуы, елдең секундына 10-14 метрға ҡәҙәр көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төнлә башлыса -13, -18 (урыны менән -20, -25 градусҡа ҡәҙәр түбәнәйә), көндөҙ -4, -9, республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә -14 градусҡа ҡәҙәр булыр, тип фараҙлана. Әлбиттә, ҡар яуыуы һәм көслө ел юлдарҙағы хәрәкәт хәүефһеҙлегенә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Шуға ла алыҫ сәфәргә сыҡҡан водителдәрҙең айырыуса иғтибарлы булыуы талап ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы юл иғтибар талап итә!Яҙғы юл иғтибар талап итә!
Яҙғы юл иғтибар талап итә!
  • Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүматтарына ярашлы, шәмбе, 11 мартта республикала аяҙлы-болотло һауа торошо күҙәтелеүе һәм урыны менән епшек ҡар һырыуы, елдең секундына 10-14 метрға ҡәҙәр көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төнлә башлыса -13, -18 (урыны менән -20, -25 градусҡа ҡәҙәр түбәнәйә), көндөҙ -4, -9, республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә -14 градусҡа ҡәҙәр булыр, тип фараҙлана. Әлбиттә, ҡар яуыуы һәм көслө ел юлдарҙағы хәрәкәт хәүефһеҙлегенә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Шуға ла алыҫ сәфәргә сыҡҡан водителдәрҙең айырыуса иғтибарлы булыуы талап ителә.
    Әлегә республика юлдарында хәл тотороҡло булып ҡала. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үткән тәүлектә 4 автомобиль аварияһы булыуын теркәгән, уларҙа 4 кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ автоинспекторҙар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2000нән артыҡ осрағын асыҡлаған, айыҡ булмаған 20нән артыҡ водитель тотҡарланған.
    Үткән аҙнала Өфө ҡалаһының автоинспекция хеҙмәткәрҙәре пассажирҙар ташыусы 600 автобусты туҡтатып тикшергән. юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 145 осрағы асыҡланған.
    Юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе инспекция хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә яҙғы юл һәм көйһөҙ һауа торошо шарттарында айырыуса һаҡ һәм иғтибарлы булырға, бөтә юл ҡағиҙәләрен тәүәл үтәргә саҡыра.

    Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “БашДТП/Уфа и Башкортстан” сайты.
 
 
Автор:Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас