+13 °С
Облачно


Афганстандағы хәрби бәрелештәрҙә сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтеп, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡан ир-егеттәр һәм сит ерҙәрҙә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы хәтирәләр быуындарҙан-быуынға һаҡланып бара. Яугир-интернационалисттарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фларис Нурлығаянов, Рсай ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рим Садиҡов Рсай ауылынан яугир-интернационалист, афған һуғышында батырҙарса һәләк булған Наил Нуретдиновтың әсәһе Фәүзиә Нуретдинова янында булдылар.