

Был осраҡта мул уңышҡа өмөт итеп булмай. Уның күләме аҙаясаҡ, үҫенте ауырыуҙарға дусар буласаҡ. Улар ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә? Оҙонға үҫкәндәрҙе ҡотҡарып буламы? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Саҙыҡова яуап бирә.
Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙонайһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ һәм өҫтәмә яҡтылыҡ 12 – 18 сәғәт дауамында яҡтыртырға тейеш. Шытымдар бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн орлоҡтарҙы бытыштырып ултыртмағыҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаулағандарын күсереп ултыртығыҙ. Борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икенсеһенә күсерегәнде яратмай. Өйҙә һауа температураһы 24 – 25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Ер дымлы булып торорға тейеш, - тип кәңәш итә Эльма Садыҡова.
Бынан тыш, белгес бүлмәлә ултырған үҫентеләрҙе ашлау мөһим түгел ти. Әлбиттә, шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға була.
Оҙонайған үҫентеләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға, күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.
фото: 7dach.ru