САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
4 Февраля 2022, 04:55

Мәҙәни мирас өлгөләрен барлап

Күптән түгел Саҡмағош районы Йомаш ауылының күп функциялы клубында “Халыҡ традицияларын һәм ғөреф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалайыҡ” тип исемләнгән ижади аралашыу кисәһе ойоштороп үткәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәни мирас өлгөләрен барлапМәҙәни мирас өлгөләрен барлап
Мәҙәни мирас өлгөләрен барлап

Илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мирасы йылын ауыл биләмәһе ерлегендә асыу сараһы булараҡ үткәрелгән әлеге кисә был биләмә ауылдарында ғүмер иткән милләттәр мәҙәниәттәре күп төрлөлөгөн өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсаты менән ойошторолдо. Сарала “Сеспел” клубы ағзалары ла ҡатнашты. Улар быуаттар дауамында быуындан-быуынға күсеп килгән тарихи-мәҙәни мирас өлгөләрен фольклор ултырмалары, оҫталык сәғәттәре һәм башҡа эшсәнлек формалары аша тәҡдим итте.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мирасы йылы шулай күңелле башланып китте. Алда әле уның бөтә байлығын, тулы аҫылын сағылдырған күп төрлө саралар һәм ваҡиғалар булыр тигән ныҡлы ышаныс бар.
Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Йомаш авуылының күп функцияле клубы сайты.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас